Махсус хәрби операция ветераны торлағына юғары технологиялы «Аҡыллы йорт» ярҙамында уңайлыҡтар


Махсус хәрби операция барышында ир-егеттәр инвалидлыҡҡа килтергән етди йәрәхәттәр ала. Әммә дәүләт уларҙы яҙмыш һанауҙары алдында яңғыҙ ҡалдырмай. Рәсәйҙе яҡлағанда ҡаҡшаған һаулыҡтары өсөн һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша.

«Ватанды һаҡлаусылар»дәүләт фондының Башҡортостан буйынса Иглин районы бүлексәһе ярҙамы менән Иглин районынан Владимир Дунаевтың торлағы уңайлы йәшәү шарттарына яраҡлаштырыласаҡ. Өсөнсө төркөм инвалидына махсус хәрби операция ветерандарының торлаҡтарын уңайлы йәшәү өсөн яраҡлаштырыу программаһы ярҙамында ҡорамалдар ҡайтарылған..


Беҙгә яңы робот саң һурҙырғыс аҡыллы колонка, телефон, розеткалар, электр утын, газ, һыу тәьминәтен контролдә тота торған ҡорамалдар һәм датчиктар ҡайтарылды.

Оливия Дунаева, махсус хәрби операция ветераны Владимир Дунаевтың ҡатыны

Владимир Дунаев ғаиләһе менән Иглин ауылында шәхси йортта йәшәй. Ул махсус хәрби операция башланғас та үҙ теләге менән мобилизациялана. Нацистарға ҡаршы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ,, Батырлыҡ өсөн,, миҙалы менән бүләкләнә. Яуҙарҙың береһендә ҡаты яралана,, ауыр контузия һәм тән йәрәхәттәре ала. Хәрби госпиталдә дауалана.3 -сө төрком инвалиды йортонда Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды ярҙамы менән «Аҡыллы йорт» уңайлыҡтары урынлаштырыласаҡ.


Миңә ишетеү буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешегә был ҡорамалдар эсендә булған аҡыллы колонка, яҡтыртыу, янғын осрағын иҫкәртеү, газ, һыу датчиктары махсус исемлек буйынса алынды. Улар беҙҙең йортта хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк.Уларҙы тиҙҙән ҡораусылар килеп урынлаштырасаҡ. Беҙҙең хаҡта хәстәрлек күргән дәүләткә рәхмәтлемен

Владимир Дунаев, махсус хәрби операция ветераны, 3-сө төркөм инвалиды