Башҡортостандан ЛДПР вәкилдәре Денис Кондратьев һәм Альбина Рябина “Иңгә-иң. Еңеү өсөн” тигән форумда ҡатнашты. Сара Мәскәүҙә Союздар йортоноң Колонналар залында үтте. Форумдың маҡсаты - махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарға реабилитация һәм адаптация буйынса ярҙам күрһәтеү. Денис алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау йыйыу һәм уны оҙатыуҙа әүҙем ҡатнаша, техника һатып ала. Альбина “Беҙ бергә - көс” хәрәкәте башланғысында тора, ирекмәндәр үҙәге асҡан. Унда хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрелә, окоп шәмдәре яһала, ярҙам туплана.