Көйөргәҙелә махсус хәрби операцияла һәләк булған Азамат Ишҡолов иҫтәлегенә мемориаль таҡта һәм “Герой партаһы” асылды. Азамат Ишҡолов райондың Илкәнәй ауылы мәктәбендә белем алған. Ауылдаштары уны изге күңелле, ярҙамсыл егет тип иҫкә ала. “Был ябай парта түгел, ул ҡаһарманлыҡ, фиҙаҡәрлек һәм тыуған илгә һөйөү символы. Уҡыусылар Азаматтың батырлығы менән илһамланып, илдең лайыҡлы гражданы булып үҫеренә ышанабыҙ, - ти “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең урындағы башҡарма секретары Зифа Исмәғилева.