Янғын һүндереүселәр Нефтекамала 5 кешене ҡотҡарған

Күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Төтөн тиҙ арала коридорҙарға таралған. Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан, 20-гә яҡын кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Зыян күреүселәр юҡ. Быйыл республикала 850-нән ашыу янғын булған. Уларҙа 42 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн йортттарға мини-сирена ҡуйырға кәңәш ителә. Улар ярҙамында республикала 1 мең 229 кеше, шул иҫәптән 457 бала ҡотҡарылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.