Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте дөйөм тираж күләме буйынса илдә алдынғы илле учреждение иҫәбендә. Рәсәйҙең китап палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, уның тиражы уҙған йыл 610 меңгә яҡын экземпляр булған. “Китап”- милли дәүләт нәшриәттәре араһында федераль рейтингҡа ингән берҙән -бер учреждение. 2024 йылда 151 китап нәшер ителгән, бүләк өсөн төрлө кәрәк-яраҡтар сығарылған.