Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһын оҙайттылар

Унда 31 мартҡа тиклем теркәлергә мөмкин. "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хәрби бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Улар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өсөн мөһим булған сифаттарға эйә", тине Радий Хәбиров. "Башҡортостан геройҙары" тигән программа быйыл 24 февралдә старт алды. Бөгөнгә меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән.