Башҡортостанда авиация-туристик үҙәге асыла

Иҡтисади-үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект Белорет ҡалаһында ғәмәлгә ашырыла. Бының өсөн 250 миллион һум тотонола. - Үҙәктә туристик хеҙмәттәр күрһәтелә, пилоттар өйрәтелә, парашют менән һикереү ойошторола. "Белорет" йылдам үҫеш биләмәһендә был проект 2028 йыл аҙағына тиклем ғәмәлгә ашырыла.