Төбәктән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана


Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе оҙатырға уларҙың ҡатындары, балалары, ата-әсәләре, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килде. Ике аҙналыҡ ялды «Башҡортостан» полкы яугирҙары, мобилизацияланыусылар ғаиләһе һәм яҡындары янында үткәргән, өй эштәре менән шөғөлләнгән, балалары менән бергә ял иткән. Махсус хәрби операция зонаһына һалдаттар һәм офицерҙар төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса уңайлы автобустарҙа юллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Рәсәй Оборона Министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған ир-егеттәргә түләүҙәр артты. Улар бер тапҡыр 2 миллион һум, ә унан һуң - ай һайын 210 мең һум аласаҡ. Мәҫәлән, хеҙмәттең беренсе йылында һәр контрактсыға кәмендә 4,5 миллион һум түләнәсәк . Контрактҡа былтыр октябрҙән алып төбәктә эшләгән Хәрби комиссариатта йәки «Һаҡлаусы» берҙәм үҙәгендә ҡул ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ республикала махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡарата 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы ғәмәлдә.

Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыусы бер төркөм яугирҙарҙы тантаналы оҙатыу митингында сығыш яһаусылар «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарына Еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күрһәтелгән даими ярҙам өсөн Башҡортостан етәкселеге һәм халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.