Яугир ғаиләһенә ярҙам. Баш ҡалала шәхси йортта утын яғып йәшәгән «Митяй» ҡушаматлы яугир ғаиләһенең мөржәғәте ҡәнәғәтләндерелде. Өфөнөң Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов алғы һыҙыҡтағы һалдаттың яҡындарына утын әҙерләшеүҙә хеҙмәт десанты ойоштороҙо. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендәге был урман ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Утыҙлап ир-ат ҡулында балта һәм мотобысҡы уйнап тора. Йомарт эшҡыуарҙарҙың береһе үҙенә тип бүленгән делянканы һалдат ғаиләләренә утын әҙерләү өсөн төҡдим иткән. Хеҙмәт десантына Өфөнөң Киров районын төҙөкләндереү хеҙмәте эшселәре һәм хакимиәт хеҙәмткәрҙәре лә ҡушылған.
Баш ҡаланың Киров районы етәкселеге өсөн алғы һыҙыҡҡа Ватан һағына баҫҡан яугирҙарҙың яҡындарына ярҙам итеү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Һалдат ғаиләләренә ярҙам итеүсе хеҙмәт десантына Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов та теләктәшлек күрһәтте.
Махсус хәрби операциялағы яугир ғаиләһенә утын әҙерләшеүҙә айырыуса тырышлыҡ күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә Дәүләт Думаһы депутаты Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Өмәлә ҡатнашыусы ир-егеттәр:» Яугирҙар балалары һәм туғандары өсөн борсолмайса хеҙмәт итһен өсөн тылда ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итеү изге бурыс», тигән ҡарашта.
Ҡырҡылған утын артабан ҡаланы төҙөкләндереү хеҙмәтенән бүленгән техника ярҙамында төп идаралыҡҡа ташыласаҡ. Унда утындарҙы ярып махсус адрестарға оҙатыу өсөн йөк формалаштырыласаҡ. Ә бөгөн иһә тәүге йөк тейәлгән газель «Митяй» ҡушаматлы яугирҙың йортона килтерелде.
2023 йылдың 21 февралендә ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәр кешенең ғаиләһе хәстәрлек һәм хөрмәт менән уратып алынырға тейешлеген айырым билдәләне. Был саҡырыуға Башҡортостан халҡы ла тоғро ҡала. Улар тормош һынауҙары алдында ватандаштарын яңғыҙ ҡалдырмай, хәрби бурысын үтәгән һалдаттарыбыҙҙың яҡындарына ярҙам итергә тырыша.
Киров районы хакимиәте тарафынан ойошторолған хеҙмәт десантында өс тиҫтәнән ашыу ир-егет ҡатнашты. Улар берҙәм көс менән тылда ярҙамға мохтаж яугир ғаиләһенә утын әҙерләне.Бындай ярҙамды яҡын киләсәктә тағы ла егерме махсус хәрби операция яугиры ғаиләһе аласаҡ.
Гүзәл Борханова