Катаракта: 40 йәштән уҙған һәр алтынсы кеше сирләй


40 йәште үткән һәр 6-сы кеше һәм 80 йәштән өлкәндәрҙең күп өлөшө катарактанан яфалана. Белгестәр билдәләүенсә, ул киң таралған күҙ ауырыуҙарының береһе. Бөгөн заманса диагностика һәм дауалау ҡорамалдары ярҙамында сир иртә стадияла асыҡлана. Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се микрохирургия бүлексәһендә көн һайын катарактаға 40-тан ашыу операция уҙғарыла. Ультратауыш ярҙамында башҡарылған процедура яҡынса 10-15 минут дауам итә. Дауалау учреждениеһында юғары технологиялы офтальмологик ярҙам баш ҡаланан тыш, республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәүселәргә лә күрһәтелә.


Йыл һайын республикала катарактаға 15 меңдән ашыу операция яһала. Был күреү һәләте насарайыуға һәм һуҡырлыҡҡа килтергән төп күҙ ауырыуҙарының береһе. Шуға күрә күҙҙәрҙе үҙ мәлендә дауалап, кире эҙемтәләрҙе ваҡытында туҡтатырға була. Диспансер тикшереү, иҫкәртеү сараларына бәйле сир иртә стадияла асыҡлана башланы.

Светлана Зәйнуллина, Башҡортостан Һаулыҡ министрлығының штаттан тыш баш офтальмологы, Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се микрохирургия бүлексәһе мөдире