Хәйриә акцияһын Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Светлана Турайәнова башланғысында «Изгелек ҡыл» командаһы ойошторған. Ирекмәндәр тапшырған әйберҙәр араһында уйынсыҡтарҙан тыш, һауыт-һаба ла бар ине. Улар менән үҙәктә оҙаҡ дауаланған бәләкәй пациенттарҙың ата-әсәләре файҙалана ала. Ә дауалау учреждениеһының ҡатын-ҡыҙ табиптарына ирекмәндәр ләлә гөлләмәлләре тапшырҙы.