Ҡырмыҫҡалы районында матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале үтте

«Йәнбикә» дуҫтарын йыйҙы. Ҡырмыҫҡалы районында матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале үтте. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған байрам Ҡабаҡ, Һәүәләй, Ҡарламан һәм Сахай ауыл биләмәләрен берләштерҙе.

Ибраһим ауылындағы сара ҡыҫтыбый еҫе таралыуҙан башланды. Оҫта ҡуллы гүзәл заттар урындағы икмәкханала традицион башҡорт тәм-томдарын әҙерләне. Улар араһында ҡыҫтыбый байрам табынының ысын биҙәгенә әйләнде. Был ашамлыҡ тәме менән генә түгел, ҙурлығы буйынса ла айырылып торорға тейеш ине. Шуға ла кулинарҙар һәр береһе бер килограмдан ашыу тартҡан 6 ҡыҫтыбый бешерҙе. Ризыҡты тәмләп ҡараусылар һоҡланыуын йәшермәне.

«Йәнбикә проектының маҡсаты яңы гастрономик тәьҫораттар ғына түгел. Ҡунаҡтар өсөн биш тематик секция ла ойошторолдо, улар ҡатнашыусылар алдында яңы офоҡтар асты. «Ҡатын - ҡыҙ бәхете», «Матурлыҡ һәм сәләмәтлек, «Әүҙем оҙон ғүмер» кеүек төрлө йүнәлештәрҙә һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл тапты. Фестиваль ҡунағы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова барыһын да байрам менән тәбрикләп, иң әүҙем йәмәғәтселәрҙе бүләкләне. Фестиваль ижади коллективтарҙың сағыу концерты менән тамамланды.