Уны махсус хәрби операция геройҙары булдырған. Улар бина тапҡан, уны йыһазландырған, экспонаттар туплаған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙған. “Яугирҙар был урынды изге тип һанай. Улар бында осраша, аралаша. Беҙҙең маҡсат ветерандар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу”, - тигән Радий Хәбиров. Шайморатов исемендәге батальон музейы Ленин урамындағы 43-сө йортта урынлашҡан. Ул эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан 17 сәғәткә тиклем эшләй. “Музейға осрашыуға килгән ир-егеттәрҙең күбеһе “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыуға ғариза тапшырған. Уның маҡсаты хәрбиҙәрҙе беҙҙең идара итеү командаһына эшкә әҙерләү”, - тигән республика етәксеһе.