“Уралмаш” компанияһы Башҡортостанға 500 миллион һум аҡса һала

Ул Өфөлә асыласаҡ Минск автомобиль заводының яңы дилер үҙәген булдырыуҙа ҡатнаша. Проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһендә ҡаралды. Үҙәк Нуғай ауылында М-5 трассаһы янында төҙөлә. Ул Белоруссияла етештерелгән йөк һәм пассажир транспортын хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнә. 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыла, тип хәбәр итәләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән.