Былтыр Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 784 миллиард һум самаһы тәшкил иткән

Был төбәк өсөн рекордлы күрһәткес, ул 2023 йылға ҡарағанда 10 процентҡа юғарыраҡ. Был хаҡта Радий Хәбиров инвестиция комитеты ултырышында белдерҙе. Уның билдәләүенсә, йыллыҡ күләмде триллион һумға тиклем еткерергә кәрәк.

Ултырышта шулай уҡ яңы башланғыстар ҡаралды. Шуларҙың береһе Шишмә районында «Сәфәр» һөт комплексы төҙөлөшө. Өҫтәмә ҡеүәттәр һыйырҙар һанын 2 мең ярымға, ә етештерелгән һөт күләмен йылына 10 мең тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Инвесторға тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана.

Тағы бер проект - Өфөнөң Нуғай ауылы эргәһендә Минск автозаводының яңы дилер үҙәген төҙөү. Инвесторға ер участкаһын рәсмиләштереүҙә лә ярҙам күрһәтеләсәк. Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары «Инвестиция сәғәте»ндә автомобиль ремонтлау буйынса күп функциялы ике үҙәк төҙөү планы менән таныштырҙы. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проекттар өҫтөнлөклө статус ала. Стәрлетамаҡ хакимиәте лә ер участкаларын рәсмиләштереүгә булышлыҡ итәсәк.