Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатын тормошҡа ашыра.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының йәштәр менән эш буйынса баш белгесе, ирекмән Ләйсән Рабаданова махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән, унда һәләк булғандарҙың яҡындарын туплаған. Проекттың исем туйына яугирҙәрҙең әсәләре, ҡатындары, ҡыҙҙары, апай-һеңлеләре килде.
Ойошмала юридик, психологик, мәғлүмәти ярҙам күрһәтеләсәк. Балалар менән дә эшләү ҡаралған. Оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, мәҙәни ял ойошторола. Шулай уҡ хәрбиҙәргә гуманитар ылау йыйыуҙа ла ярҙам күрһәтеләсәк.