Башҡортостан Рәсәй оборона министрлығының күләмле проектын - Армия мәҙәниәте көндәрен ҡабул итә


Алты көнгә иҫәпләнгән сараны август айында уҙғарыу планлаштырылған. «Арт-Ҡоролтай» 5-cе Халыҡ-ара мәҙәни форумы сиктәрендә фестивалгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Армия мәҙәниәте көндәре Яҡут Саха Республикаһы һәм Санкт-петербург ҡалаһында ла ойошторола. Сара сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялар һәм тематик спектакль-концерттар уҙғарыу ҡаралған. Байрам сараһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә үтә.