Өфө тимер юл вокзалынан Волгоградҡа тарихи-тематик поезд юлланды


Республиканың төрлө мөйөштәренән 500-ҙән ашыу бала барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған ике ҡатлы вагондарҙа патриотик сәфәргә сыҡты. Перронда тарихи клубтар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған интерактив күргәҙмә ҡорҙо. Унда дәһшәтле һуғыш осороноң ҡоралдары һәм хәрби формалар күрһәтелде. Юл дауамында уҡыусылар легендар герой ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ - хәрби-тарихи йәмғиәт реконструкторҙары балаларға Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында һөйләйәсәк.


Беҙҙең егеттәр - дипломлы йәш тарихсылар ҡыҙыл армияның һалдаттары һәм офицерҙары формаларында поезд составында юлға сыға. Улар балаларға Бөйөк Ватан һуғышы тарихы тураһында интерактив лекциялар уҡыясаҡ. Малай-ҡыҙҙарға юлда күңелһеҙ булмаясаҡ.

Асҡар Хәбиров, «Рәсәй реконструкторҙары» ижтимағи хәрәкәте етәксеһе


Беҙгә үҙенсәлекле патриотик программа тәҡдим иттеләр. Беҙ балаларыбыҙҙың илһөйәрлек рухында тәрбиәләнеүен теләйбеҙ. Улар тарихты белергә, илебеҙ һәм республика менән ғорурланып үҫергә тейеш.

Розалиә Шәрәфуллина