Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы Һәм Өфөнөң почетлы гражданы исеме Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Виктор Погудинға тапшырылды. 18 йәшенән Ҡыҙыл армия сафында Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан 98 йәшлек ветеранды олоғайған көнөндә ҡыҙы Любовь ҡарай. Оло быуын вәкиленең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Витор Погудин ғүмере буйына үҙ көсөнә генә таянып йәшәргә ғәҙәтләнгән. Уҙаман был хәҡиҡәткә 98 йәшендә лә тоғро ҡала.
Сал сәсле ветеран өлкән йәштә булыуына ҡарамай, һәр иртә яратҡан ризығы-һоло бутҡаһын да үҙе бешерә. Уның костюмындағы наградаларҙың күплеге- Бөйөк Ватан һуғышында үткән хәрби батырлыҡтар йылъяҙмаһы. Виктор Погудин 1944 йылда 18 йәше тулыу менән Благовещен районы Ильино-Поляна ауылынан алғы һыҙыҡҡа юллана.
Геройыбыҙ артиллерия батареяһында элемтәсе булып хеҙмәт итә.Ғәскәр менән идара итеү өсөн командованиены өҙлөкһөҙ телефон бәйләнеше менән тәьмин иткәндә ул күп тапҡырҙар ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Дошман уты аҫтында барыһын да шыуышып эшләргә тура килә. Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Моравск-Островской һөжүме операцияһында ҡаты яралана. Һөйөнөскә иҫән ҡала. Еңеү беҙгә ауыр ҡорбандар аша килде, ти ветеран.
Виктор Гаврилович Еңеүҙе Прагала ҡаршылай.Артабан Украина, Румыния, Венгрияла хеҙмәт итә. Илленсе йылдың мартында ғына демобилизацияланып Өфөгә ҡайта. Баш ҡалала буласаҡ ҡатыны Тамараны осрата. Улар ярты быуаттан ашыу бергә татыу ғүмер кисерә. Өлкән йәштәге һуғыш ветераны хаҡында әлеге ваҡытта ҡыҙы хәстәрлек күрә.
Һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫырыу йылдарында Виктор Гаврилович оҙаҡ йылдар тау ҡорамалдары заводында токарь булып эшләй. Погудиндар ике бала тәрбиәләп үҫтереп оло тормош юлына сығара. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Виктор Гаврилович Погудинға Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан юбилей миҙалы һәм «Өфө ҡалаһының Почетлы гражданины»исеме билдәһе тапшырылды.
Баш ҡаланың Октябрь районында әлеге ваҡытта бөтәһе 11 Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны йәшәй .
Уның күкрәген тиҫәтәләгән орден-миҙалдар биҙәй. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалын да ветеран ҡәҙерләп парадҡа кейгән костюмына ҡаҙаясаҡ.
Гүзәл Борханова