Радий Хәбиров етәкселегендә үткән киңәйтелгән совет ултырышында республиканың сәнәғәт тармағы үҫеше һөҙөмтәләре барланды, яңы маҡсаттар билдәләнде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов менән Зубов технопаркы эшмәкәрлеге менән танышып, яңы инвестиция проекттарына туҡталды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ҡеүәтле производство. «ЭлКом» заводында сәнәғәт предприятиелары өсөн тимер ҡоролмалар етештерелә. Был конструкциялар ярҙамында ҙур цехтарҙа автоматлаштырылған системалар идара ителә. «Зубов» технопаркы сиктәрендә эшләгән заводта йылына 6 мең берәмек тимер ҡоролма етештерелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов предприятие эшмәкәрлеге менән танышты. 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән инвестиция проектына ярашлы заводты киңәйтеү ҡаралған .
Бер нисә предпритяиены берләштергән Зубов технопаркы Рәсәйҙә уңышлы эшләп килгән сәнәғәт кластерҙарының береһе һанала. Дөйөм алғанда республикала ойошторолған технопарктар ярҙамында төбәккә 44 млрд һумға инвестициялар йәлеп ителгән, урындағы халыҡ өсөн 32 мең эш урыны булдырылған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Зубов технопаркында сәнәғәт тармағына бағышланған киңәйтелгән совет ултырышы үтте. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 104 процентҡа етте һәм был күрһәткестәрҙе артабан да арттырыу маҡсаты тора.
Сәнәғәт тармағына бағышланған күргәҙмәлә республика предприятиелары етештергән тауарҙар презентацияһы ойошторолдо. Пилотһыҙ осоу аппараттары, инновацион техника ҡоролмалары, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн реабилитация ҡоролмалары, мебель һәм еңел сәнәғәт өлкәһе тауарҙары иғтибар үҙәгендә булды. Быйыл төбәктә сәнәғәт тармағын үҫтереү өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Был сумманың төп өлөшө предприятиелар өсөн инфраструктура һәм хеҙмәткәрҙәргә эш шарттары тыуҙырыу өсөн бүленә.
Флорида Ким