Йәмәғәт транспортында яңы мөмкинлектәр. Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда «Һөйләүсе ҡала» тип исемләнгән радиомәғлүмәт һәм тауыш ориентерлашыу системаһының презентацияһы үтте. Уның менән әлегә 110-сы маршруттың 15 пассажир автобусы йыһазландырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йәмәғәт транспорты менән бергә, уның мөмкинлектәре лә яңыра. Тиҫтә йыллап илдең 43 төбәгендә тормошҡа ашырылған «Һөйләүсе ҡала» программаһы бөгөн республика автобустарында ла файҙаланыла башланы.
«Һөйләүсе ҡала» - Ватанда етештерелгән система. Ул мөмкинлектәре сикләнгән бөтә категориялы аҙ хәрәкәтсән граждандарға, ишетеү һәм күреү һәләте буйынса инвалидтарға йүнәлтелгән. Ҡала инфраструктураһын үҙ аллы өйрәнеү һәм йәмәғәт транспортында хәүефһеҙ йөрөү мөмкинлеген бирә.
Бөгөн «Башавтотранс» предприятиеһының 1078 йәмәғәт транспорты мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн йыһазландырылған. Уларҙың 764-е баш ҡала халҡын хеҙмәтләндерә. Әлеге яңылыҡ «Уңайлы мөхит» федераль программаһын байытыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Әйткәндәй, махсус ҡушымта аҙна башында тормошҡа ашырыла башланы. Әлегә система 110-сы маршрут автобустарында ғына файҙаланылһа, киләсәктә башҡа йәмәғәт транспорттарын да көйләү күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин