15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө


Бөгөн - Бөтә донъя Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө. Быйыл халыҡ-ара дата «Тотороҡло тормош рәүешенә күсеү» девизы аҫтында үтә. Был продукттарҙы аңлы файҙаланыу һәм тирә-яҡҡа зыян кимәлен кәметеү тигәнде аңлата. Рәсәйҙә Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы ошондай уҡ исемле закон тәьмин итә. Был тәртип нисек эшләй һәм зыян күргән файҙаланыусы ниндәй яҡлауға дәғүә итә? Киләһе яҙмала.

Был тауарҙы Илнур Рамаҙанов ғүмергә хәтерҙә ҡалдырыр, моғайын . Йырсы эш өсөн билдәле маркетплейстарҙың береһенән принтерға заказ эшләй. Көткән тауар килеүен-килә, тик уның сифаты икенсе мәсьәлә. Принтер буяҙары булмауы, розеткаға вилкаһы тура килмәүҙән тыш, ҡап эсендә кимереүселәрҙең ҡалдыҡтары табыла.

Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа онлайн һатып алыуҙарға ныҡ өҫтөнлөк бирә башланыҡ. Тик складтарҙа тауарҙың нисек һаҡланыуын тулыһынса белә алмайбыҙ. Маркетплейс аша аҙыҡ-түлек һатып алыусылар ҙа байтаҡ. Илнурға килгәндә, ул сифатһыҙ тауары өсөн аҡсаһын ҡайтара алған. Маркетплейс быны 2-3 көндә эшләргә вәғәҙәләй. Йырсыға уңыш йылмайған, тиергә мөмкин. Сөнки күп бәхәсле осраҡтарҙа ҡулланыусылар йылдар буйы аҡсаһын ҡайтара алмай интегә.

Сифатһыҙ тауар һатып алыу, ресторанда боҙолған ризыҡ ашау, йыуыныу бүлмәһендә йылы һыу урынына һыуығы ағыу - былар барыһы ла хоҡуҡ боҙоу иҫәпләнә. Быны Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау законы көйләй. Ҡулланыусы хәүефһеҙ һәм сифатлы тауарға, уның тураһында мәғлүмәткә һәм суд яҡлауына өмөт итә ала . Ризаһыҙлыҡ була ҡалһа Роспотребнадзорға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Яҡлау менән бергә үҙ яуаплылыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Һуңғы арала баҙарҙа «ҡулланыусылар терроры» тигән күренеш тарала, йәғни граждандар закон тәртибен самаһыҙ үҙ файҙаһына ҡуллана. Быйыл халыҡ-ара дата продукттарҙы аңлы файҙаланыу девизына осраҡлы арналмаған. «Һатып алыусы һәр саҡ хаҡлы» - хоҡуҡ нормаһы түгел, ә маркетинг алымы булып ҡала.

Рәзилә Ғилметдинова