Шаран районында Гөлзәриә Фәйзуллинаның крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында техниканың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге тикшерелде.
Хужалыҡ идарасыһы Игорь Фәйзуллин етәкселегендәге механизаторҙар төркөмө ике тиҫтәнән ашыу техниканы алдан ентекле ҡарап, ремонт-майлау эштәрен башҡарған. Техника яҙғы баҫыу эштәренә сығырға әҙер. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр яҙғы сәсеү эштәрен тейешле башҡарып сығыу уңыш сифатына ла йоғонто яһаясаҡ, тигән фекерҙә. Гөлзәриә Фәйзуллинаның крәҫтиән-фермер хужалығы алты мең гектар самаһы ауыл хужалығы ерҙәрен эшкәртә. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам ҡулы һуҙа, ҡышҡыһын техника ярҙамында ауыл биләмәһендәге юлдарҙы тәртиптә тотоу ҙа улар иңендә.
Тракторҙарҙы һәм агрегаттарҙы сәсеү майҙандарына сығарыр алдынан мотлаҡ техник тикшереү төп шарт улып тора. Шаран районында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса Башҡортостан дәүләт комитетының баш дәүләт инженер-инспекторы Владимир Никитин механизаторҙарҙың үҙйөрөшлө машинаны теркәү, тракторсы таныҡлыҡтарын,ОСАГО полисы, яҡтыртыу приборҙары, руль менән идара итеү, тормоз системаһын,аптечка һәм янғын һүндереү ҡорамалдарын барлығын да ныҡлы тикшерҙе.