Өфөлә офтальмологтар съезға йыйылды


Конференцияла күҙ табиптары дауалауҙа заманса алымдар ҡарай, тәжрибә уртаҡлаша. Йыл һайын Башҡортостанда 450 меңдән ашыу күҙ ауырыуҙары осрағы теркәлә.Катаракта, глаукома һәм ашҡа күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа Башҡортостанда юғары технологиялар ҡулланыла. Өфө ҡалаһынан тыш, республика буйынса 14 комплектланған офтальмология үҙәге эшләй. Юғары сифатлы медицина ярҙамы Стәрлетамаҡ, Сибай, Ишембай, Күмертау, Белорет, Малаяҙҙа күрһәтелә. Былтыр Нефтекама ҡалаһында офтальмология бүлеге асылды, быйыл Октябрьский ҡалаһында яңы офтальмология бүлеге эш башланы.