«Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәкселекте яңыртты


Йылға йомғаҡ яһау менән бергә етәкселек составы ла билдәләнде. Бөгөн Өфөлә «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» партияһының төбәк бүлексәһе советының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Ултырышта сәйәси фирҡә ағзалары һуңғы ике йылдағы эшмәкәрлек, өлгәшелгән уңыштар хаҡында сығыш яһаны. Владимир Нагорный һүҙҙәренсә, партия был осорҙа властың төрлө кимәлдәрендәге һайлауҙарҙа уңышлы ҡатнашҡан.


Беҙҙең сәйәси фирҡә торлаҡ-коммуналь хеҙмәт тарифтары артыуына риза түгел. 14 процентҡа тиклем күтәрелеүҙе мин партия рәйесе булараҡ түгел, ә ябай республика гражданины булараҡ әйтәм. Шулай уҡ социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡ өҫтәлеүе лә битараф ҡалдырмай. Сөнки, был үҙгәрештәр бигерәк тә пенсия йәшендәгеләрҙең кеҫәһенә һуға.

Владимир Нагорный, «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» партияһының төбәк бүлексәһе советы рәйесе