Өфөлә 153-cө лицей уҡыусыларының ата-әсәләре Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙы

Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ата-әсәләр балалар өсөн ҡаралған һынауҙарҙы үтте. Өфө фән һәм технологиялар университетында үткәрелгән һынауҙа ата-әсәләр математика буйынса белемен тикшереп ҡараны.

Имтиханда барыһы ла ғәҙәти ҡағиҙәләр буйынса ойошторолдо - ингән урында металл эҙләүсе ҡоролма, коридорғв мобиль элемтә сигналын һүндереү станциялары ҡуйылды. Акция ата-әсәләргә балаларҙың тулҡынланыуын аңлап имтихан ваҡытында тыныслыҡ һаҡлау, уҡыусыларға рухи ярҙам итеү өсөн ҡаралған. Быйыл 153-cе лицейҙа 102 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.