Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусылар йыл йомғаҡтарын барланы һәм киләсәккә бурыстар билдәләне. Шулай уҡ ултырышта республикала милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек идеяларын һаҡлау, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиләү, төбәк үҫеше өсөн яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Бөгөн Рус соборының республика буйынса 70 бүлексәһендә 5 меңдән ашыу кеше ағза булып тора. Йәмәғәт ойошмаһының тарихи-мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнашыусылар дәүләт наградалары менән бүләкләнде.