Өфөлә «Ҡурай даны» телепремияһы еңеүселәрен бүләкләнеләр


Республиканың төп сәхнәһе «Башҡортостан» дәләт концерт залында «Ҡурай даны» милли телевизон премияһына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһы һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүсе таң ҡалырлыҡ оҫталарҙы, татыу ғаиләләрҙы,шәфҡәт туташтарын, ер кешеләрен данлаған сағыу сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Башҡортостандың иң һәләтеле, уңған, бөтмөр шәхстәре бер схәнәлә. «Ҡурай даны» милли телевизион премияһы 7 йыл дауамында йыл һайын тапшырылып килә.Был юлы телевизион премияға «Ер кешеһе»,» Иң яҡшы ауыл фельдшеры»,» Ҡатын - ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн оҫта-һөнәрсе»,» Яҡшы күңелле ғаилә»,»Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы» тип аталған алты номинацияла 27 кеше дәғүә итте.

Йыл дауамында БСТ һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдары эфирында тамашасыларҙы номинанттарҙың һәр береһе менән таныштырған тапшырыуҙар әҙерләне. Һәр номинацияла «Ҡурай даны» көмөш миҙалы эйәһен эксперт комиссияһы составында Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре һайланы. Ир-егеттәр араһынан иң шәп оҫта, ағастан төрлө һындар эшләүсе Ришат Ғәлинуров, ә ҡатын-ыҡҙҙар араһынан ҡул эштәрендә Ғәбиҙә Вәлиева еңеүсе.

«Ер кешеһе» номинацияһында еңеүсе булыу өсөн ярыш көсөргәнешле барҙы. Ысын ер хужалары араһында көмөш миҙал Башҡорт дәүләт ҡарсаулығы директоры Айнур Бейембәтовҡа тапшырылды. Ул тыуған коллективы, ҡурсаулыҡ, тыуған районы һәм республикаһы өсөн янып йәшәп һәм эшләп, Башҡортостан туризмын үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәрҙең береһе.

Ҡурай даны”ның махсус рәүештә фельдшерҙар өсөн булдырылған премияһы Халыҡ һаулығы һағында тороусы, йәшәүгә өмөт уятыусы аҡ халатлы фәрештәләр араһынан :үҙ эшен е6 оҫтаһы Рәмилә Сәйетоваға бирелде .

Ауылдарҙың йәшәйеше һәм рухи күтәрелеше ауыл биләмәһе башлығы иңдәрендә. Халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн ниндәй улар юлдарҙы төҙөкләндерә, мәктәп, дауаханаларҙы яҡшырта, йә эш урындары булдыра, махсус хәрби опреация яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләоенә ярҙам ойоштора. “Ҡурй даны” милли телепремияһының көмөш миҙалы иһә был эштәрҙә алдынғы булған һәм намыҫ менән үтәгән Ғафури районы Имәндәш ауыл хакимиәте башлығы Әхнәф Нуғайғоловҡа тапшырылды.

«Ҡурай» телеканалы ғаилә ҡиммәттәрен дә һаҡлаусы булараҡ етди эштәр башҡара. Татыу, берҙәм, өлгөдө ғаиләләрҙә генә милләтебеҙ йөҙөн билдәләрҙәй шәхестәр үҫеп сыға. «Миһырбанлы ғаилә» 6 баланы йылы ҡанатына алыусылар Ҡариҙел райоыны Яңы Муллаҡай ауылында йәшәй.

«Ҡурай даны»2025 телвизион премияһы эксперттары «Тамашасы һөйөүе» көмөш миҙалын бер төптән Дания Ямалетдиноваға таптышырҙы. Быйылғы премияға дәғүә итеүселәр лайыҡлы еңеү яулаһын өсөн «Бәйләнеш» тәге рәсми төркмдә тамашасыларҙан15 меңдән ашыу тауыш биргән, 3600 ашыу дәртләндереү һүҙҙәре яҙылған. «Ҡурай даны» йыльяҙмаһын быйыл да иңлайыҡлы шәхестәребеҙ генә тулыландырҙы.

Гүзәл Борханова