Башҡортостанда халыҡ килемен арттырыу буйынса эшсе төркөм булдырыла

Республика хөкүмәте күрһәтмәһе бар. Документ 2025-2030 йылдарға иҫәпләнгән. Эшсе төркөм составына алдынғы ғалимдар, иҡтисад белгестәре, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Милли банк, Статистика хеҙмәте вәкилдәре инә.