Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 9 миллиард һум йүнәлтелде


Һуңғы өс йылда республика ярҙамы менән коммуналь объекттарҙы яңыртыуға 9 миллиард һум инвестициялар һалынған. Бүленгән сумма иҫәбенә 20 ҡаҙанлыҡ һәм 50 километрҙан ашыу йылылыҡ селтәрҙәре төҙөлгән. Төбәк инфраструктура объекттарын төҙөү һәм яңыртыу мәсьәләләре Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте»ндә тикшерелде.

«Республика коммуналь компанияһы» етәксеһе Салауат Вәлиев билдәләүенсә, Баймаҡта йылылыҡ селтәрҙәр реконструкциялана, Яңауыл, Раевка Красная Горка һәм Павловкала ҡаҙанлыҡтар яңыртыла. Энергия сервисы контракты сиктәрендә компания Өфө хосписында блок-модуль ҡаҙанлыҡ урынлаштыра. Бынан тыш, «Республика коммуналь компанияһы « Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының социаль объекттарында ремонт-тергеҙеү эштәрендә ҡатнаша. Тематик кәңәшмәлә шулай уҡ Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аръяғындағы яңы райондарҙа инженер селтәрҙәрен төҙөү барышы, канализация таҙартыу ҡоролмаларын һәм төбәктәрҙәге һыу менән тәьмин итеү объекттарын яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә планлаштырылған эш графигын үтәүҙе контролдә тоторға ҡушты.