Башҡортостан башлығы юл соҡорҙарын ямау һәм биләмәләрҙе таҙартыу бурысын ҡуйҙы


Экологик өмә ойоштороу, юл соҡорҙарын ямау, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар тикшерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә биләмәләрҙе тиҙ арала таҙартыу бурысын ҡуйҙы. Аҙнаның төп яңылыҡтары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Быйыл яҙ иртә килеү сәбәпле, март башында уҡ тирә-йүн ҡарҙан әрселә башланы. Һөҙөмтәлә ҡар аҫтында ятҡан бөтә сүп-сар өҫкә ҡалҡып сыҡты, юлдарҙа соҡорҙар барлыҡҡа килде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡала, район етәкселәрен «ҡышҡы йоҡонан» уянырға саҡырҙы. Элек биләмәләрҙе 1 майға тиклем таҙартыу маҡсаты ҡуйылһа, хәҙер был эште 1 апрелгә башҡарырға кәрәк. Өмәләрҙе яҡын даталарға тәғәйенләгеҙ, тине төбәк етәксеһе. Киләһе аҙнала муниципалитеттарҙа таҙалыҡты һәм тәртипте баһалаусы комиссия ла ойошторола.

Оператив кәңәшмәлә балаларҙың йәйге ялын ойоштороу траһында ла һүҙ барҙы, быйыл республикала ял, һауыҡтырыу, спорт, мәктәп яны лагерҙары арттырыла. Был күберәк балаларҙың ҡабул итеү мөмкинлеге бирә. Икенсенән, шарттарҙың яҡшырыуы ла күҙәтелә.

Оператив кәңәшмәлә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу ҙа ҡаралды. Был проект өлкән йәштәгеләр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙә был программала ололарҙың 70 проценты тиерлек ҡатнаша.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй Оборона министрлығы сараларында сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, коллективтың Кремль һарайындағы юбилей концерты аншлаг менән үткән. 6 меңлек зал тамашасы менән тулы була. Беренсе бүлектә башҡорт хореографияһы ынйылары күрһәтелһә, икенсеһендә донъя халыҡтары бейеүҙәре тәҡдим ителә. Патриотик блокты хәрбиҙәр юғары баһалаған, ансамбль Рәсәй Оборона министрлығы сараларына йәлеп ителәсәк.

Рәмзиә Кәримова