Коллегабыҙ - «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры кәңәшсеһе, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды идараһы рәйесе Альбина Ҡасимханова Башҡортостан башлығының социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.
Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. «Йәмәғәт башланғысында яңы вазифаға Альбина Фәрит ҡыҙын тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙым. Барығыҙ ҙа уны яҡшы белә. Был эште яйға һалыуҙы һорайым», тине Башҡортостан башлығы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Хеҙмәт министрлығы тәҡдиме буйынса Рәсәйҙә төбәк сервисы вәкилдәре барлыҡҡа килде. Төп бурыс - социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе мөмкин тиклем ябай һәм граждандар өсөн аңлайышлы итеү. Вәкилдәрҙе уҡытыу менән Стратегик башланғыстар агентлығы шөғөлләнә.