Владимир Путин Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығын юғары баһаланы


Рәсәй Ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы Владимир Путин Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығын юғары баһаланы. Ул Курск өлкәһендә илдең Ҡораллы көстәре төркөмө менән идара итеү пункттарының береһендә кәңәшмә үткәрҙе.

Осрашыуҙа президент махсус хәрби операция башланғандан алып тәүге тапҡыр рәсми костюмда түгел, ә хәрби формала сығыш яһаны. Ул Рәсәй яугирҙарының, шул иҫәптән Башҡортостандан 3-сө мотоуҡсылар дивизияһының 1220-се мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренең Курск өлкәһен азат итеүгә индергән өлөшөн билдәләне. Был подразделениела республиканан өлөшләтә мобилизацияға эләгеүселәр, шул иҫәптән Өфөнән «Ҡайтыр» ҡушматлы махсус хәрби операция ветераны Павел Самойлиндың улы Илья хеҙмәт итә.