Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Радий Фәрит улы егеттәргә хәрби бурысын лайыҡлы үтәүҙәре, ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙар үҙҙәре лә Башҡортостан башлығының алғы һыҙыҡтағылар һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында даими хәстәрлек күреүен билдәләп үтте. Республиканан гуманитар ылау даими килеп тора, иғтибар ҙур, ти улар.