Мал ҡышлатыу һәр хужалыҡ өсөн етди һынау. Уларҙы ваҡытында һәм сифатлы ашатҡанда ғына сәләмәт үрсем алырға, мал һанын ишәйтергә мөмкин. Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы фермеры Радик Рәсүлев был өлкәлә 12 йыл эшләй. Фермала малдарҙың имен, көр ҡыш сығыуына бар көсөн һала.
«Рәсүлев» хужалығында 220 баш эре мөгөҙлө мал аҫрала. 120‐һе һауын һыйырҙары. Уларҙың һәр ҡайһыһына көндәлек иғтибар кәрәк. Тәжрибәле малсылар Риза Гарчинин, Булат Юлдашбаев, Далха Шәйәхмәтовтарҙың тырыш хеҙмәте юғары һауым һәм яҡшы артым алыуға булышлыҡ итә. Әле һыйырҙарҙың әүҙем быҙаулау осоро тамамланған. Уларҙы Гөлфиә Ишмырҙина ҡарай. Һауынсылар Мәүлиха Әфләтүнова менән Зарема Хәсәнова көнөнә ике тапҡыр һыйыр һауа.
Һәр баш малға көндәлек рацион иҫәпләнгән. Быҙауҙарға тәүҙә һөт бирелә, һуңғараҡ ҡатнаш ҡоро аҙыҡҡа күсерелә, йылы һыу алдарынан өҙөлмәй. Көндәлек һауым 800‐850 литр тәшкил итә. Һауылған һөт 1 тонна һыйҙырышлы һыуытҡыста һаҡлана. Продукция яуаплылылғы сикләнгән «Эко Сити» ойошмаһына тапшырыла.
Былтырғы йыл уңышлы булды, һөҙөмтәлә һыйырҙарға сифатлы аҙыҡ менән тәьмин ителде. Хужалыҡ аҙыҡты күпләп, яҙға тиклем етәрлек әҙерләне. Малдарға сенаж, иген фуражы, бесән һәм һалам бирелә. Төрлө һауа шарттарында ла мал ҡышлатыу - ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең эшмәкәрлеген һынау булып тора.