Райондың Алға ауылында сыҡҡан янғында 5 бала һәм бер ирҙең ғүмере өҙөлдө. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике ҡатлы йорттағы фатирҙа аҫылмалы түшәмгә ут ҡаба. Фатирҙан өс ҡыҙ, ике малай һәм ирҙең кәүҙәһе сығарыла. Улар һөрөмгә иҫерә. Ваҡиға урынында Тәфтиш комитетының Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге, Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Суд экспертизаһы тәғәйенләнгән, шаһиттар менән әңгәмә үткәрелә. Енәйәт эшен алып барыу республика Тәфтиш идаралығы аппараты контроленә алынған. Фажиғә ваҡытында балаларҙың әсәһе эштә булыуы асыҡланған.