Бөгөн төндә Дәүләкән районында 5 бала һәм бер ир һәләк булған

“Фатирҙа янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы торған. Ул тауыш биргән. Уны ишеткәндәр, ут һүндерелгән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуң булған”, - тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. “Янғын сәбәптәре асыҡлана, бөтә хеҙмәттәр ваҡиға урынында эшләй. Балаларҙың әсәһенә психологтар ярҙам күрһәтә. Хәл контролгә алынды. Тейешле ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам”, - тип яҙған республика етәксеһе.  Дәүләкәндә булған фажиғәгә бәйле район хакимиәтендә комиссия ултырышы үтте. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған йыйылышта хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Бөгөн төндә райондың Алға ауылында 3 ҡыҙ, 2 малай һәм 1 ир һәләк булды. Комиссия ултырышында балаларҙың әсәһенә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушылды. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.