Бер тәүлектә 112 системаһына һыу баҫыу тураһында 88 мөрәжәғәт ҡабул ителгән

13 хакимиәт биләмәһендә 16 осраҡ ҡотҡарыу хеҙмәттәре контролендә ҡала.  Архангел районы Уҫаҡлы ауылында – 3, Благовар районында – 2, Ғафури районы Таш Аҫты ауылында 7 йорт ихатаһына һыу үткән.  Ҡар һыуҙарынан зыян күргән юл участкалары бар. Белорет районы Гәбдөк ауылында 15 ихатаны һыу баҫҡан. Ғафури районы Таш аҫты ауылынан 36 кеше, шул иҫәптән 32 бала эвакуацияланған. Улар Имәндәш ауылына урынлаштырылған.