Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, бөгөнгә 1 мең 200-ҙән ашыу яугир документ тапшырған. Уларҙың күбеһе әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Проектҡа ҡушылғандар араһында дүрт Рәсәй Геройы һәм 61 Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры бар, тип яҙған республика етәксеһе. Проектта ҡатнашыу өсөн 31 мартҡа тиклем герои башкортостана нөктә рф сайтында теркәлергә кәрәк. Хәрбиҙәр анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн тест һәм әңгәмә үтергә тейеш.