Радий Хәбиров ташҡынға һәм янғын хәүефе осорона әҙерлек буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты

Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында ташҡынға һәм янғын хәүефе осорона әҙерлек буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев үткәрҙе.

Ҡышҡы йылы һауа торошо арҡаһында быйыл ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды. Дөйөм алғанда, әле хәл тотороҡло, әммә март аҙағында илдең Европа өлөшөнөң көнсығышында һәм Көньяҡ Уралда һыу кимәле киҫкен билдәләрҙән артыр тип көтөлә.

Вице-премьер төбәктәргә гидротехник ҡоролмаларҙың торошона айырым иғтибар бүлергә, ямғыр системаларының һәм күпер яны киңлектәренең әҙерлеген тикшерергә, һыу баҫыу зоналарын билдәләү һәм был биләмәләрҙе һаҡлау буйынса план әҙерләү буйынса эште дауам итергә ҡушты. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса күләмле эш ойошторолдо.

Үткән аҙнала боҙ тығынына юл ҡуймау өсөн Инйәр һәм Сөн йылғаларында шартлау эштәре үткәрелде. Әй һәм Йүрүҙән йылғаларында ла ошондай уҡ саралар планлаштырыла. Һыу баҫҡан райондарҙан халыҡты эвакуациялау өсөн республикала 333 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән.