Ишембай районында Рәүҙәк йылғаһы ярҙарынан сығып йәшәүселәргә зыян килтергән

Ишембай районында Рәүҙәк йылғаһы ла ярҙарынан сығып, Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай ауылдарында йәшәүселәргә зыян килтергән. Оло һыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса алып барылған эш тураһында Хәнә Мәҡсүтова репортажы.

Һыу ауылды көтмәгәндә төндә килеп баҫа. Бер нисә көн яуған ямғырҙар арҡаһында тауҙан ҡар һыуҙары ағып төшөү һөҙөмтәһендә Рәүҙәк йылғаһы тиҙ арала күтәрелә. Төнгө сәғәт берҙәр тирәһендә Иҫәкәй ауылы күпере янына боҙ килеп тығыла. Йылға ағышының үҙгәреүе арҡаһында Ибрай ауылы һыу аҫтында ҡала. Үҙәк урам кешеләре төндә малдарын хәүефһеҙ урынға күсереп өлгөрә, халыҡ үҙе лә зыян күрмәй.

Әлеге ваҡытта Иҫәкәй ауылы күпере янында көслө техника эшләй.. Улар йылғалағы боҙҙарҙы ағыҙырға ярҙам итә. Иҫәкәй , Һарғай ауылы халҡы өсөн ҡурҡыныс юҡ ти ташҡынға ҡаршы комиссияһы рәйесе Юрий Дегтярев. Тейешле саралар күрелә, хәл контролдә тотола.