Тикшереү версияһы буйынса, 18 март төнөндә һәләк булған балаларҙың әсәһе йыш ҡына тәрбиәгә тейешле иғтибар бирмәй, ә опека һәм попечителлек органдары сабыйҙарҙың яҙмышын күҙәтмәй. Имен булмаған ғаилә йәшәгән фатирҙа даими рәүештә санитар талаптарға ҡаршы килгән шарттар күҙәтелә, был хаҡта вазифалы кешеләргә билдәле була. Күп һанлы сигналдарға һәм нигеҙҙәргә ҡарамаҫтан, балалар ғаиләләренән алынмай, ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһен ҡарауға йүнәлтелгән саралар күрелмәй.
Иҫегеҙгә төшөрбәеҙ, ҡот осҡос фажиғә уҙған төндә Дәүләкән районының Вперед ауылында теркәлгән. Унда биш сабыйҙың һәм бер ирҙең ғүмере өҙөлә. Утты янғынды иҫкәртеүсе прибор сигналын ишетеп ингән күршеләре һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн һуң була. Янғын сыҡҡан төндә 33 йәшлек ҡатын урындағы барға эшкә киткән булған. Ул ете йәштәге бер һәм бишәр йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарын, өсәр йәшлек игеҙәк малайҙарын үҙенең 33 йәшлек өйҙәше ҡарамағында ҡалдыра. Төндә, бөтәһе лә йоҡлаған саҡта розетканан янғын сыға, ут әйберҙәргә һәм тарттырмалы түшәмгә күсә. Ағыулы төтөн еҫе бар фатирҙы ялмап ала
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров биш балаһы һәләк булған әсәнең ҡайғыһын уртаҡлашты. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәрен асыҡлау дауам итә. Бөгөн иртән урынға вице-премьер Ирек Сәғитов, башҡа ведомство етәкселәре барып, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссия ултырышы үткәрҙе. Янғын хәүефһеҙлеген һәм халыҡ менән эшләүҙә иҫкәртеү сараларын көсәйтеү буйынса йөкләмәләр бирелгән, шулай уҡ ҡатынға һәләк булғандарҙы ерләүҙә ярҙам итергә ҡушылған.