Өфөнөң Нуғай ауылында Бөйөк Ватан һуғышы стелаһы яңыртыла

Авария хәлендә тип танылған объектта иҫке яҙыуҙар һүтелгән, әле тигеҙләү эштәре бара. Ремонт барышы менән баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы танышты. Төҙөкләндереү ун көн элек башланған, апрель аҙағына эш тулыһынса тамамланырға тейеш. Стелаға 228 яугир исеме кире беркетеләсәк, ә Ҡыҙыл йондоҙло бағана тулыһынса һүтелеп, урынына таш һын ҡуйылыр, тип көтөлә. Бынан тыш, паркты ла төҙөкләндереү эштәре көтә.


Урыны менән ҡырсынташлы юлға асфальт һалынасаҡ. Тик был эштең икенсе сираты. Тәү сиратта, беҙ мемориалды яңыртыуҙы тамамларға тейешбеҙ. Төҙөкләндереү Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек сиктәрендә башҡарыла.

Антон Тарасов, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы


Мемориалдың йөҙө, әлбиттә, үҙгәрәсәк. 6 метрлыҡ бағана урынына эсендә һалдат һыны булған ике метрлыҡ таш ҡуябыҙ. Ул күпкә матурыраҡ булыр, тип уйлайым.

Ринас Әлисов, реставрация ойошмаһы етәксеһе