Төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған, әүҙем йәмәғәт эше алып барған гүзәл заттар айырым номинацияларҙа билдәләнде. Шулай уҡ ысын ил патриоттары, герой үҫтергән әсәләргә «Милләт әсәһе» миҙалы тапшырылды. Бүләкләү тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Көслө алҡыштар - махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙарҙың әсәләренә оло ихтирам билдәһе. Танылған йәмәғәт эшмәкәре Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булған гүзәл заттарҙы бер үк сифаттар берләштерә: көслө рух, түҙемлек, тыуған илгә, кешелеккә һөйөү.
Быйыл «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» 9-cы Бөтә Рәсәй конкурсына ярты меңдән ашыу заявка ҡабул ителгәйне. Ҡатнашыусылар географияһы йылдан-йыл киңәйеүе күҙәтелә. Бәйгелә үҙен һынап ҡарарға Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең тағы ла ун дүрт төбәгендә йәшәгән милләттәштәребеҙ теләк белдергән. Иң күп ғаризалар «Ирекмән» һәм «Ағинәй» номинацияларына килгән.
Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, БСТ каналының «Яңылыҡтар» хеҙмәте махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла ирекмәнлек һәм йәмәғәт эшен әүҙем алып бара. Ауыр сирлеләргә, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам күрһәтә. Әбйәлил районынан Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһенең йортона һыу, газ, канализация үткәрергә булышлыҡ итте. Былтыр ноябрь-декабрь айҙарында «Беренсе тирмә» төбәк проектында ҡатнашып, 16 көн хәрби госпиталдә яралы хәрбиҙәрҙе ҡараны.
«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Донбасс халҡына медицина ярҙамы күрһәткән табиптар ҙа тәбрикләнде. Бүләкләнеүселәр араһында Республика кардиология үҙәге баш табибы урынбаҫары Гүзәл Ғүмәрова ла бар.
Мәҙәниәт, мәғариф, эшҡыуарлыҡ өлкәләрендә уңыш ҡаҙанған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән өлгө булған гүзәл заттарға диплом, кубок, бағыусыларҙан бүләктәр тапшырылды. Еңеүселәрҙең барыһы ла әүҙем йәмәғәт эше алып бара.
«Торатау» Конгресс-Холлы фойеһында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының юридик десанты ла эшләне. Адвокат, нотариус, медицина психологы һәм табиптар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бушлай консультация уҙғарҙы. Йөҙҙән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелде.
Майҙанда фотоһүрәттәр һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре эшләне. Байрам ҡунаҡтары ойоштороу кимәлен юғары баһаланы.
Бүләкләү тантанаһы йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Илһөйәрлек рухы тантана иткән концерт һәм кемдең күңеленә яҙ йылыһы өләште.
Гөлназ Хәйбуллина