«Ашҡаҙар» радиоһы Мәскәүҙә «Сесен» халыҡ колективтары менән осрашты


«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Ашҡаҙар» радиоһы Мәскәүҙә «Сесен» халыҡ колективтары менән осрашты. Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән мәҙәни сара радионың 15 йыллығына бағышланды.

«Ашҡаҙар» радиоһының «Сесен» халыҡ колективтары менән осрашыуы ижади отчет форматында үтте. Радиоһы хеҙмәткәрҙәре каналдың тарихы һәм бөгөнгөһө, проекттары хаҡында һөйләне, юбилей айҡанлы донъя күргән иҫтәлектәр китабы менән таныштырҙы, үҙ ижад емештәрен еткерҙе.

Журналистар араһында профессиональ яҙыусылар ҙа, шиғыр ижад итеүселәр ҙә, музыка ҡоралдарында уйнаусылар ҙа, эстрада һәм халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар ҙа бар. Тамашасылар һәр сығышты алҡыштарға күмде, йәшлек йырҙарын ҡушылып йырланы, хатта «Ашҡаҙар» радиоһы гимнын тәүгә ишетеүҙәренә ҡарамаҫтан, тиҙ үк отоп алды. Радио хеҙмәткәрҙәре ойошторған викторинала ихлас ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.

«Сесен» халыҡ колективтарының яуап программаһы ла ифрат бай ине. «Гөлдәр» хореография һәм «Бүләк» вокал ансамблдәре, «Ҡусҡар» биҙәү-ҡулланма һәм «ҠомАртҡы» һынлы сәнғәт проекттары, ирекмәндәр хәрәкәте, әҙәби-тарихи йүнәлеш, «Беҙҙең йорт» милләт-ара һәм «Тәмле» проекттары сәхнәне биҙәне, күргәҙмә-дефиле ойошторҙо, үҙ эштәре менән таныштырҙы. «Ашҡаҙар» радиоһы журналистары һәр сығышты күҙҙән кисереп кенә ултырманы, ижадсылар менән йәнле аралашты, әңгәмәләр ҡорҙо, тапшырыуҙар әҙерләне. Улар аҙна дауамында радио эфирына сығасаҡ.

«Ашҡаҙар» радиоһы менән «Сесен» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, ғәмәлдә, бер йүнәлештә - милли әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, сәнғәтте һаҡлау, үҫтереү һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында эшләй. Мәскәүҙәге осрашыу дуҫлыҡҡа нигеҙ һалды һәм ижади хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итеү бурысын билдәләне.

Рәйсә Абдуллина