15 апрелгә тиклем ойошмалар 2024 йылға ҡараған отчет мәғлүмәттәрен онлайн майҙанға индерергә бурыслы. Яңы порталда эшләү тәртибе менән бөгөн Өфөлә таныштырҙылар. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Ресурс үҙәге белгестәре ойошторған сарала 60-тан ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың яртыһы республиканың төрлө нөктәһенән әңгәмәгә онлайн-бәйләнеш аша ҡушылған. Бынан тыш, эшлекле осрашыуҙа төбәк Йәмәғәт палатаһы һәм «Коммерция булмаған ойошмаларға һәм халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү үҙәге» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, консультация дәрестәре артабан да даими ойоштороласаҡ.