Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов социаль селтәрҙә яҙыуынса, йылғаларҙа боҙ китә. Әле 11 муниципаль берәмектә 20 хәл контролгә алынған. Архангел, Белорет, Благовар һәм Ғафури райондарында 99 йорт яны биләмәһе һыу эсендә ҡалған. Тиҫтәгә яҡын районда юлдарҙы һыу баҫҡан. Тәүлек эсендә Бишбүләк районы Дүсән ауылы янында Дим йылғаһының 91 сантиметрға күтәрелеүе теркәлгән. Өфө янында Ағиҙел 81 сантиметрға артҡан. Иглин районында Ләмәҙ йылғаһы бер тәүлектә +125 сантиметрға күтәрелгән. Бөгөн төндә Инйәр йылғаһы ташыу арҡаһында Архангел районының Аҙау ауылын һыу баҫты. Урында оператив штаб булдырылды, ҡотҡарыусылар эшләй. Халыҡ хәүефһеҙ урынға күсерелде.