Был турала Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙа. - Архангел районынан тыш Белорет, Благовар, Ғафури районыдарында һыу баҫҡан биләмәләр бар. 12 юл участкаһы, ике күпер. Һыу баҫҡанда 112 һандарына шылтыратығыҙ, - ти Радий Хәбиров. Бөгөн төндә Инйәр йылғаһы ташып, Архангел районында Аҙау ауылын һыу баҫты. Бында оператив штаб булдырылды. 100-ҙән ашыу кеше эвакуацияланды. Халыҡ ваҡытлыса ҡабул итеү урындарына алып барыла.