Конкурста йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлаған һәм тергеҙгән, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ир-егеттәр ҡатнаша ала. Документтарҙы 30 апрелгә тиклем тапшырырға була. Дәүләт наградаһы 2020 йылда булдырылды. Уҙған йылда премия 52 атайға тапшырылды.