Бөгөн Туймазы ҡалаһында Берҙәм консультация көнө үтә

Сарала махсус хәрби операция ветерандары, яугирҙар, уларҙың ғаиләләре, һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындары ҡатнаша. Осрашыу “Родина” мәҙәниәт һарайында үтә. Адресы: Островский урамы, 11-се йорт. Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем дауам итә. Консультацияға күрше райондар ҙа саҡырыла.